Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Төбәк башлығы йылытыу миҙгелен үткәреү буйынса РФ Хөкүмәтенең селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

Сәйәсәт

26 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев энергетика һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын 2012-2013 йылғы йылытыу миҙгеленә әҙерләү барышы тураһында видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Дмитрий Медведев билдәләүенсә, илдә йылытыу миҙгеленә торлаҡ фонды – 90 процентҡа, ҡаҙанлыҡтар – 87 процентҡа, йылылыҡ селтәрҙәре һәм һыу үткәргестәр 91 процентҡа әҙер.

«Ҡайһы бер объекттарҙа күмер нормалаштырыу менән Энергетика министрлығы шөғөлләнә, уларҙа күмер запастары етерлек. Был запастар билдәләнгән нормаға ҡарағанда 70 процентҡа күберәк, шуға күрә, министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, етди проблемалар көтөлмәй», – тине Дмитрий Медведев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть