5 декабрь, Дүшәмбе

26 сентябрь 2012 йыл, 18:59

Башҡортостанда Республика кадрҙарҙы һынау үҙәге булдырыласаҡ

автор: Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы нигеҙендә Республика кадрҙарҙы һынау үҙәге булдырыласаҡ. Бындай ҡарар 26 сентябрҙә БР Президенты ҡарамағындағы Кадрҙар комиссияһы ултырышында ҡабул ителде. Әлеге Үҙәктә дәүләт хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ дәүләт хеҙмәте вазифаларына дәғүә иткәндәр өсөн тест ярҙамында комплекслы һынауҙар үткәреләсәк.

Кадрҙар комиссияһы ултырышында Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев Үҙәктең структураһын һәм кадрҙарҙы һынау тәртибен тәҡдим итте. Һынауҙарҙы эксперттар төркөмдәре үткәрәсәк. Үҙәкте фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү менән БР Президнты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы шөғөлләнәсәк. Һынауҙар заманса техник саралар ярҙамында үткәреләсәк.

— Республикала чиновниктарҙың тормошо ауырая, сөнки  уларға ҡарата талаптарҙы көсәйтәсәкбеҙ, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Кадрҙар комиссияһы ултырышында.