8 декабрь, Кесе йома

26 сентябрь 2012 йыл, 18:32

Рөстәм Хәмитов: «Электрон университет дәүләт хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү өсөн яңы мөмкинлектәр бирә»

автор: Марина Шумилова | фото: Андрей Старостин

Электрон университет дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү өсөн яңы мөмкинлектәр бирә, тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Кадрҙар комиссияһы ултырышында.

Һәр тармаҡта ла белем кимәлен үҫтереп тороу зарур. Быны электрон белем алыу ысулы менән тиҙ арала башҡарып була. Бындай тәжрибә Көньяҡ Кореяла, Төркиәлә ҡулланыла.

— Октябрь башында үҙ илендә генә түгел, ә донъя кимәлендә лә уңыштар ҡаҙанған кешеләр менән осрашыу үткәрәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. – Әйҙәгеҙ электрон белем алыу аша республиканы белгестәр әҙерләү буйынса тейешле йүнәлешкә бороп ҡарайыҡ.

Электрон университетта белем биреүгә Башҡортостандың иң яҡшы ғилми хеҙмәткәрҙәрен, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәрен  йәлеп итеү планлаштырыла. Башҡортостан Президенты был университетта лекциялар менән сығыш яһарға әҙер булыуын белдерҙе.

Кадрҙар комиссияһы ултырышында билдәләнеүенсә, Башҡортостанда бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса уңышлы миҫалдар бар. Мәҫәлән, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Асыҡ университет» проекты эшләп килә. Ул интернетта республика уҡытыусыларын берләштерә. Хәҙер уға һәләтле балалар ҙа йәлеп ителә башланы.

БР Президенты ҡарамағындағы кадрҙар комиссияһы ағзалары фекеренсә, «Электрон университет» проекты сиктәрендә Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарының консорциумын булдырыу электрон белем биреүгә республиканың фәнни мөмкинлектәрен йәлеп итеү, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе, депутаттар корпусын, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары хеҙмәткәрҙәрен юғары кимәлдәге белем алыуға йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.

БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры, кадрҙар комиссияһы ағзаһы Сергей Лаврентьев был системаны ғәмәлдә ҡулланыр өсөн уны тейешле хәлгә килтереү буйынса эш төркөмөн булдырырға тәҡдим итте.