11 декабрь, Йәкшәмбе

26 сентябрь 2012 йыл, 16:15

Башҡортостан Санкт-Петербургта Халыҡ-ара инновация форумында үҙенең проектын тәҡдим итә

автор: Галина Бахшиева

26 сентябрҙә Санкт-Петербургта V Халыҡ-ара инновация форумы старт ала. Уның сиктәрендә Төбәктәрҙе инновацион йәһәттән үҫтереү агентлығы етәкселеге аҫтында Рәсәйҙең иң яҡшы инновацион субъекты исеменә конкурс үткәрелә.

— Командалар төбәктәренең инновацион мөмкинлектәре менән таныштырасаҡ. Барлыҡ проекттар илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм үҫеш институттары кимәлендә экспертиза үтәсәк. Иң уңышлылары төбәктәрҙе үҫтереү буйынса федераль программалар нигеҙен тәшкил итәсәк, — тип һөйләне Башҡортостан Фәндәр академияһының матбуғат секретары Светлана Седелева.

Башҡортостан исеменән конкурста республиканың Территориаль инновациялар үҙәге, Кластерлы үҫтереү үҙәге һәм Венчур фонды етәкселәре сығыш яһай. Улар төбәктең күп функциялы ғилми инновацион үҙәген тәҡдим итәсәк. Уны булдырыу башланғысы менән БР Фәндәр академияһы сығыш яһағайны. Аҙаҡтан был идеяны БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, шулай уҡ төбәктең Фәнде үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды яҡлап сыҡты.

— Яңы структура республиканың барлыҡ инновацион мөмкинлектәрен бер урынға тупларға мөмкинлек бирәсәк, — тине Светлана Седелева.