8 декабрь, Кесе йома

26 сентябрь 2012 йыл, 15:12

Республика Президенты эконом класындағы торлаҡ төҙөү өсөн яуаплы кешеләрҙе атаны

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Торлаҡ төҙөү беренсе сиратта хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләрҙән һанала, тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 25 сентябрҙә алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә. Унда БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, төҙөүсе компаниялар, хоҡуҡ һаҡлау һәм контроллек итеү ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.

Бөгөн республикала күҙәтелгән торлаҡ, айырыуса эконом класындағы торлаҡ дефициты кешеләрҙең шикле һатыусыларҙан торлаҡ һатып алыуына сәбәп булып тора, тип иҫәпләй Президент.

— Торлаҡ булһа, кешеләр мутлашыусыларға бармаҫ ине, фатирҙарҙы ғәҙәти компанияларҙан һатып алыр ине, — тип билдәләне Президент.

Уның һүҙҙәренсә, республикала йәмғеһе 25 йорт проблемалы һаналған, уларҙың 19-ы Өфөлә урынлашҡан. Бөгөнгө көндә был исемлектә 10 йорт иҫәпләнә, уларҙың алтауһы – быйыл, ҡалғандары киләһе йылдың тәүге ярты йыллығында сафҡа индереләсәк. Башҡортостанда йәмғеһе 2500-ҙән ашыу кеше намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән. Алданған өлөшсөләр төркөмө ҡабаттан барлыҡҡа килмәһен өсөн, Президент кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы «төҙөлөш майҙансыҡтарына сығырға» саҡырҙы.

— Оҙаҡҡа һуҙмайынса эконом класындағы торлаҡ төҙөлөшөн башларға кәрәк, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Торлаҡ төҙөү мәсьәләһе өсөн ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе, был мәсьәләне контролдә тотҡан вице-премьер яуап бирәсәк. Шуға күрә шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: әгәр был эште урынынан ҡуҙғатмаһағыҙ, уны икенсе кешеләр башлаясаҡ.