10 декабрь, Шәмбе

26 сентябрь 2012 йыл, 12:34

29 сентябрҙә Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе үтә

автор: Галина Бахшиева

Алдағы шәмбе – 29 сентябрҙә Башҡортостан баш ҡалаһында дөйөм ҡала өмәһе үтә. Йола буйынса ул Республика көнөн билдәләүгә ҡарата ойошторола.

Өмә үткәрелгән көндә ҡаланың ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны барлыҡ предприятие һәм ойошмаларҙан сүп-сарҙы бушлай ҡабул итәсәк. Ә муниципаль торлаҡ ойошмалары ҡалдыҡтарҙы экологик айлыҡ дауамында тапшыра ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылдың көҙөндә экологик айлыҡ барышында Өфөлә 30 мең кубометрҙан ашыу сүп-сар сығарып түгелде. Сараларҙа 414 мең өфөлө ҡатнашты.