3 декабрь, Шәмбе

26 сентябрь 2012 йыл, 11:11

Руслан Кинйәкәев «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыларының һорауҙарына яуап бирә

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

26 сентябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» (www.i-gazeta.com) сайтында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәевтың онлайн-конференцияһы бара.

Урындағы ваҡыт менән 11-ҙән 12-гә тиклем «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына ингән һәр кеше, «Һорау бир!» бүлегендәге тейешле форманы тултырып, уға мөрәжәғәт итә ала. Төшкө 12-лә һорауҙар ҡабул итеү туҡтатыласаҡ.

Интернет ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция«Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең техник ярҙамында бойомға ашырыла.

Руслан Кинйәкәевтың интернет-берләшмә менән аралашыуы «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының яңылыҡтар теҙмәһендә лә сағылыш табасаҡ.

Рендеринг һәм конвертациянан һуң «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференциянан тулы видеоотчет биреләсәк.