Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

1 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуға ҡарата бөтә Рәсәй күргәҙмәһе асылды

Йәмғиәт

Бөйөк рәссамдың тыуыуына 150 йыл тулыуға ҡарата Өфөнөң М.Нестеров исемендәге музейында күргәҙмә асылды. Унда рәссамдың 187 эше тәҡдим ителә, уларҙың 118-е Рәсәйҙең 22 музейынан килтерелгән.

Күргәҙмәне асыу тантанаһы алдынан үткән матбуғат конференцияһында журналистарҙы юбилей сараларында ҡатнашыусылар менән таныштырҙылар. Улар – музей хеҙмәткәрҙәре, Нестеровтың ижадын өйрәнгән сәнғәт белгестәре, шул иҫәптән Рус музейы хеҙмәткәре, билдәле эксперт Павел Климов. Третьяков галереяһы директоры урынбаҫары Лидия Иовлева хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙә Михаил Нестеровтың юбилей күргәҙмәһе 2013 йылдың яҙына планлаштырыла. «Бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ваҡыт та, аҡса ла кәрәк. Өфө музейына республика етәкселеге тарафынан ярҙам күрһәтелде, шуға күрә бындай ҙур проект бойомға ашырылды ла инде. Беҙ Мәҙәниәт министрлығынан бер тин дә алманыҡ, күргәҙмәне хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгәндәр средстволары иҫәбенә ойошторабыҙ», — тип аңлатты Лидия Ивановна. Билдәле сәнғәт белгесе Нестеров көндәрендә ҡатнашҡан барлыҡ кешеләр исеменән рәссамдың ейәнсәренә – медицина фәндәре докторы Мария Ивановна Титоваға ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе. Журналистар һорауы буйынса ул үҙе хаҡында ла бер аҙ һөйләп ишеттерҙе.

Юбилей саралары сиктәрендә Өфөнөң Ленин урамында Нестеров скверын асыу һәм һүрәттәр конкурсында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантаналары үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть