7 декабрь, Шаршамбы

25 сентябрь 2012 йыл, 18:02

Башҡортостанда алданған өлөшсөләр мәсьәләләре буйынса штаб булдырылды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләләрен хәл итеү менән махсус булдырылған штаб шөғөлләнәсәк, уға республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүф Ноғоманов етәкселек итәсәк. Был хаҡта 25 сентябрҙә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте. Кәңәшмәлә алданған граждандарҙың торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеү юлдары тикшерелде.

Президент һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә һүҙ тәү сиратта өс проблемалы объект хаҡында бара. Улар Өфөнөң «Ҡояшлы», «Йәшел яр» һәм «Седьмое небо» торлаҡ комплекстарында урынлашҡан.

— Дөйөм алғанда, республикала барлыҡ проблемалы йорттарҙы төҙөп бөтөр өсөн йәнә 2,5 миллиард һум самаһы аҡса кәрәк. Был ғәйәт ҙур ресурстар, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бынан зыян күргән кешеләрҙе ауыр хәлдә ҡалдырмаҫ өсөн, был аҡсаларҙы табырға тейешбеҙ. Өлөшсөләрҙең урланған аҡсаларын ҡайтарып, был мәсьәләне хәл итеүгә тотонолған бюджет средстволарын өлөшләтә ҡайтарып була. Бында профессиональ рәүештә хоҡуҡ һаҡлау органдары эшләргә тейеш. Алдаҡсыларҙы йәлләргә ярамай, улар быға лайыҡ түгел. Уларҙың ҡылыҡтары өсөн хәҙер бюджет түләй. Ә ул аҡсалар беҙҙең граждандарҙың социаль ихтыяждарына йүнәлтелергә тейеш.

Шул уҡ ваҡытта, Президент билдәләүенсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары артыҡ әүҙемлек күрһәтмәй. 24 енәйәт эше буйынса (алданған өлөшсөләр мәсьәләләре буйынса републикала тап шуның сама эш ҡуҙғатылған) бығаса тик бер генә кеше яза алған. Ул — «Уфагражданстрой» тресы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директры Бабенко, ул һигеҙ йылға хөкөм ителгән.

— Кешеләрҙе бәләкәй сумма урлаған өсөн оҙайлы сроктарға хөкөм итәләр, ә бында мутлашыусылар халыҡтың дөйөм алғанда миллиардлаған аҡсаһын урлаған. Ә алданғандар – үҙҙәренең торлағын һатып, юғары процентлы кредит алған, туғандарынан, дуҫтарынан бурысҡа алған бай булмаған кешеләр. Урланған аҡсаларҙы табыу һәм уларҙы ҡайтарыу хоҡуҡ һаҡлау органдарының бурысы ғына түгел, ә намыҫ эше лә, — тип белдерҙе Президент.

Яңы булдырылған штабҡа Президент «хоҡуҡ һаҡлау структуралары менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә» ҡушты. Урланған средстволарҙы мөмин тиклем тулы кимәлдә ҡайтарыу зарур, сөнки бюджетта ундай аҡса юҡ.

Рәүф Ноғоманов билдәләүенсә, ҡалған объекттарҙы ҡаҙна средстволарынан тыш та төҙөп бөтөп буласаҡ. Бының өсөн банктан кредит алынасаҡ, төҙөүселәрҙең әйләнештәге аҡсалары йәлеп ителәсәк.