3 декабрь, Шәмбе

25 сентябрь 2012 йыл, 16:50

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы итеп Раил Ибраһимов тәғәйенләнде

автор: Сергей Захаров

Хәйбулла районы Советы депутаттары 25 сентябрҙә контракт буйынса Раил Ибраһимовты район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Раил Хазморат улы Ибраһимов 1957 йылдың 12 майында Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында тыуған. Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1974 йылда бшлай. Төрлө йылдарҙа «Һаҡмар» совхозында эшсе, колхозда баш экономист, «Башкирсельхозхимия» республика производство берекмәһе начальнигы, Хәйбулла районы халыҡ контроле комитеты инспекторы, КПСС-тың Хәйбулла район комитеты секретары булып эшләй. Хәйбулла район башҡарма комитеты, милек менән идара итеү буйынса район комитеты рәйесе, район хакимиәтенең ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы баш экономисы вазифаларын башҡара.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы, «Аҡъярһөт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары, «Землемер» муниципаль унитар предприятиеһы директоры булып эшләй.

2011-2012 йылдарҙа Хәйбулла районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисад һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса беренсе урынбаҫары, хакимиәт башлығының төҙөлөш, иҡтисад һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары, хакимиәт башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары вазифаларын башҡара.

2012 йылдың май-август айҙарында – Хәйбулла районының «Башмедь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте байыҡтырыу фабрикаһы начальнигының дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, Хәйбулла районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары.

2012 йылдың авгусынан әлеге ваҡытҡа тиклем – Хәйбулла районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарҙы.