6 декабрь, Шишәмбе

25 сентябрь 2012 йыл, 16:00

Баш ҡалала 2014 йылғы Олимпиадаға тиклем 500 көн ҡалыуҙы билдәләнеләр

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Сочиҙа үтәсәк ҡышҡы Олимпия уйындарына тиклем теүәл 500 көн ҡалды. Ошо айҡанлы Олимпиаданың ойоштороу комитеты байрам программаһын әҙерләгән. Был ваҡиға бөгөн бөтә ил буйынса билдәләнә.

17 ҡалала төрлө спорт һәм мәҙәни саралар үткәрелә. Өфө лә был акцияны күтәреп алды. Ленин исемендәге майҙанда баш ҡала хакимиәте һәм VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһы менән ҙур спорт байрамы ойошторолдо, уның сиктәрендә волонтерҙар ҡатнашлығындағы күңелле эстафета үтте. «Олимпиадаға тиклем 500 көн» бөтә Рәсәй акцияһында шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм «Индиго» үҙәге волонтерҙары ҡатнашты.

Байрам сиктәрендә 2013 йылдың 26 февраленән алып 3 мартына тиклем үтәсәк VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарының презентацияһы үтте. Унда әлеге сараның рәсми флагы тәҡдим ителде, буклеттар таратылды.

Акцияла 2012 йылғы Паралимпия уйындарының биш тапҡыр чемпионы Оксана Савченко, ошо уҡ ярыштарҙың чемпиондары Михаил Зимин, Андрей Коптев, шулай уҡ марафонсы Ильдар Помыкалов ҡатнашты.