3 декабрь, Шәмбе

25 сентябрь 2012 йыл, 15:15

Өфөлә туризм буйынса беренсе төбәк-ара форум асылды

автор: Любовь Колоколова | фото: Любовь Колоколова

Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында шишәмбе, 25 сентябрҙә, «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» төбәк-ара форум-күргәҙмәһе асылды. Ул бөтөнләй яңы форматта үткәрелә. Күргәҙмәнән тыш, форумда ҡатнашыусыларҙы эшлекле программа ла көтә.

Сараны ойоштороусы булып Башҡортостандың Туриндустрия союзы ярҙамында төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сығыш яһай.

Форумды асыу тантанаһында БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев, республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Александр Афанасьев, Башҡортостандың Туриндустрия союзы рәйесе Кинйә Кускилдин, форум ҡунаҡтары ҡатнашты.

Руслан Кинйәкәев үҙенең сәләмләү һүҙендә билдәләүенсә, бөгөнгө форумды ул III «Волга буйын асып» төбәк-ара фестиваленең генераль репетицияһы итеп ҡабул итә. Сара 2013 йылда Өфөлә үтәсәк. Был хоҡуҡҡа Башҡортостан Йошкар-Ола ҡалаһында үткән туристик фестивалдә яуланған еңеүҙәре арҡаһында лайыҡ булды.

«БашЭКСПО» күргәҙмә комплексының генераль директоры Евгений Сдобников һүҙҙәренсә, «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» форумында 80-дән ашыу экспонент ҡатнаша. Уларҙың стендтары Мәҙәниәт һарайының ике ҡатында урынлаштырылған. Ҡатнашыусылар араһында – Башҡортостан, шулай уҡ Рәсәйҙең Мәскәү, Һамар, Ульяновск, Бөйөк Новгород, Ҡазан, Пермь һәм башҡа ҡалаларының шифаханалары, ҡунаҡханалары һәм туристик үҙәктәре.

Эшлекле программаға көнүҙәк темаларға түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар индерелгән.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, бындай сара йылына ике тапҡыр үткәрелә. Әлегеһе 13-сө тапҡыр һәм форум форматында тәүгә ойошторола. Күргәҙмә 27 сентябргә тиклем дауам итә һәм унда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү тантанаһы менән тамамлана.