4 декабрь, Йәкшәмбе

25 сентябрь 2012 йыл, 14:26

Салауат ҡалаһынан мәктәп уҡыусылары Анапала «Президент ярыштары»нда призлы урынға лайыҡ булды

автор: Эльмира Сабирова

Салауат ҡалаһынан мәктәп уҡыусылары Бөтә Рәсәй «Президент ярыштары» спорт бәйгеһе финалында лайыҡлы сығыш яһаны. Быйыл ярыштар Анапаның «Смена» белем биреү-сәләмәтләндереү лагерында үтте. Унда Рәсәй Федерацияһының 53 субъектынан йәмғеһе 1270 кеше ҡатнашты.

Бөтә дүрт төр ярыштар һөҙөмтәһендә Салауат ҡалаһының 8-се лицейы уҡыусылары ҡала командалары араһында өсөнсө урын яуланы.

Шулай уҡ Мишкә районы Сурай ауылының Я.Ялкайн исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенән уҡыусылар төркөмө ун иң яҡшы команда иҫәбенә инде. Ауыл мәктәптәре араһында ул туғыҙынсы урынға лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығынан.

Өҫтәп үтәйек, балаларҙы һәм йәштәрҙе физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, шулай уҡ федераль округтар араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыу йыл һайын үткәрелгән ярыштарҙың төп маҡсаты булып тора.

темалар: спорт