Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡаланың Орджоникидзе районында Бәләкәй һәм урта бизнес көндәре үтә

Иҡтисад

25-26 сентябрҙә Өфөнөң Орджоникидзе районында йола буйынса Бәләкәй һәм урта бизнес көндәре үтә.

Бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларының эшҡыуарҙары һәм бухгалтерҙары өсөн Калинин урамы, 11-се йорт адресы буйынса Үҙәк ҡала китапханаһының Үҫмерҙәр бүлегендә лекциялар һәм практик дәрестәр ойошторола.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 25 сентябрҙә – етәкселәр өсөн бизнес-тренинг, 26 сентябрҙә бухгалтерҙар өсөн семинар үткәрелә.

Сараларҙа Орджоникидзе районы хакимиәте, Өфө эшҡыуарҙары союзы, баш ҡаланың Бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фонды, Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе, һалым хеҙмәте вәкилдәре, юристар, психологтар ҡатнаша.

Сараларҙа ҡатнашыу бушлай. Башлана – 11.00 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть