10 декабрь, Шәмбе

25 сентябрь 2012 йыл, 11:04

Башҡортостандан Әлмира Төхвәтуллина VIII «Беҙ – сәләмәт тормош яҡлы!» конкурсында иң яҡшыһы тип танылды

автор: Эльмира Сабирова

Балаларҙың һәм йәштәрҙең ялын ойоштороу һәм уларҙы сәләмәтләндереү өлкәһендәге VIII «Беҙ – сәләмәт тормош яҡлы!» бөтә Рәсәй йәш белгестәр конкурсында Өфөнөң «Зарница» балалар сәләмәтләндереү лагеры педагогы Әлмира Төхвәтуллина еңеүсе тип танылды. Анапала үткән бәйгелә ул «Рәсәйҙең ҡала ситендәге балалар лагерының иң яҡшы директор урынбаҫары» номинацияһында беренсе булды. Был хаҡта БР Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Бәйгелә Барнаул, Томск, Омск, Липецк, Магнитогорск, Ульяновск ҡалаларынан, Башҡортостан һәм Татарстандан вәкилдәр ҡатнашты.

Конкурста ҡатнашыусылар лагерҙың видеопрезентацияһын һәм программаһын тәҡдим итте, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе һәм башҡа һынауҙар аша үтте. Бынан тыш, барлыҡ ҡатнашыусылар ижади номерҙар менән сығыш яһаны.

Һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, профессионализмды үҫтереү, ижади һәләттәрҙе асыу өсөн шарттар булдырыу, социаль башланғыстарҙы үҫтереү конкурстың төп маҡсаттары булып тора.