Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Лимма Сержанина «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы – 2012» конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ

Йәмғиәт

Өфөләге 107-се лицейҙың башланғыс кластар уҡытыусыһы Лимма Сержанина «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы – 2012» конкурсының аҙаҡҡы этабында Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ. Ағымдағы йылда ул педагогик оҫталыҡ республика конкурсында абсолют еңеүсе булды.

Лимма Сержанина 12 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған. Эксперттар һәм жюри ағзалары фекеренсә, уның ҡала һәм республика конкурстарында тәҡдим ителгән дәрестәре, методик эшләнмәләре һәм оҫталыҡ дәрестәре уҡытыусының юғары профессионализмы хаҡында һөйләй. Уҡытыу процесында Лимма Сержанина заманса технологиялар ҡуллана, прогрессив мәғариф стандарттары буйынса эшләй.

Өҫтәп үтәйек, «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» конкурсы быйыл Липецк ҡалаһында – былтырғы еңеүсе, биология һәм тәбиғәт уҡытыусыһы Алексей Овчинниковтың тыуған яғында үтә.

Бәйгелә илдең барлыҡ төбәктәренән тиерлек 77 педагог ҡатнашасаҡ.

28 сентябрҙә конкурстың беренсе туры һөҙөмтәләре иғлан ителә. 1 октябрҙә Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий рәйеслегендәге жюри биш лауреатты һәм төп приз — «Ҙур гәлсәр пеликан»ға эйә булған еңеүсене билдәләй. Уҡытыусылар көнө адынан – 3 октябрҙә Мәскәүҙә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть