Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.22 ↑

EUR 69.26 ↑

22 сентябрь, Йома

Уфа   °

Республика мәктәпкәсә белем биреүгә 70 миллион һумдан ашыу федераль субсидия аласаҡ

Йәмғиәт

2012 йылда Башҡортостан 2011-2015 йылдарға Мәғарифты үҫтереү буйынса федераль маҡсатлы программа сараларын тормошҡа ашырыуға 70 миллион 360 мең 800 һум федераль субсидия аласаҡ. 2012 йылда федераль бюджеттан Рәсәй Федерацияһы субъекттары бюджеттарына биреләсәк субсидияларҙы бүлеү тураһынағы Указға 24 сентябрҙә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан төбәк һәм муниципаль мәктәпкәсә белем биреү системаларын яңыртыуға ил буйынса иң ҙур федераль субсидия аласаҡ.

Субсидияларҙы бүлгәндә төбәк һәм муниципаль мәктәпкәсә белем биреү системаларын үҫтереү буйынса комплекслы программа сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһы субъекттарында мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн булдырылған өҫтәмә урындар һаны тураһындағы статистик мәғлүмәттәр иҫәпкә алынған.

Федераль бюджеттан йәмғеһе 72 субъект субсидия аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть