Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан вәкилдәре Төркиәлә шиғриәт фестивалендә ҡатнашты

Йәмғиәт

17-22 сентябрҙә Төркиәнең Тарсус ҡалаһында XI «Шиир Акшамлари» (Шиғриәт кистәре) халыҡ-ара фестивале үтте. Сара билдәле төрөк ашуғы Карасаоглан иҫтәлегенә арналды. Биш көн рәттән ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары бик матур Шаалале шарлауығы эргәһендә урынлашҡан асыҡ майҙанда һүҙ оҫталарының ижадын тыңлап кинәнде. Форумда Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡырым, Төркиә, Татарстан, Кипр, Молдавия, Үзбәкстан, Әзербайжан, Болгария һәм башҡа илдәрҙән шағирҙар һәм ашуғтар ҡатнашты. Башҡортостан исеменән БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғон һәм билдәле сәсәниә, шағир-импровизатор, филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева сығыш яһаны.

Риф Тойғон уҡып ишеттергән шиғыр тамашасы күңеленә хуш килде. Ә Розалия Солтангәрәеваның сағыу, эмоциональ көслө сығышы барыһына ла ныҡ тәьҫир итте. Сәсәниә шунда уҡ халыҡ-ара халыҡ шиғриәте һәм ижад итеү сәнғәте форумдарында ҡатнашыуға бер нисә саҡырыу алды. «Розалия ханым фестивалдең асышы булды», — тине сараны ойоштороусы – Төркиәнең билдәле шағиры Кудрет Оийон. Форум аҙағында барлыҡ ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары һәм бронза статуэткалар тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть