5 декабрь, Дүшәмбе

24 сентябрь 2012 йыл, 16:30

Рәсәйҙә хеҙмәт хаҡының минималь күләмен арттырыу планлаштырыла

автор: Галина Бахшиева

2013 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәт хаҡының минималь күләме Рәсәйҙә 5205 һумға тиклем артыуы ихтимал.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта хеҙмәт хаҡының минималь күләме илдә 4611 һум тәшкил итә. Был күрһәткесте яҡынса 13 процентҡа арттырыу планлаштырыла.

«Хеҙмәт хаҡының минималь күләме тураһында»ғы Федераль закондың 1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы федераль закон проекты Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән әҙерләнгән дә инде.

Хеҙмәт хаҡының минималь күләмен арттырыуҙың төп маҡсаты уны йәшәү минимумы күләменә яҡынайтыуға ҡайтып ҡала. РФ Хеҙмәт кодексы статьяһына ярашлы, хеҙмәт хаҡының минималь күләме бөтә ил территорияһында федераль закон менән билдәләнә һәм эшкә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумы күләменән түбәнерәк була алмай.