9 декабрь, Йома

24 сентябрь 2012 йыл, 15:34

Октябрьский ҡалаһында 176 ғаилә бушлай ер участкалары алды

автор: Марина Шумилова

«Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы БР законына үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы 437-се законға ярашлы, Октябрьский ҡалаһында 176 ғаилә бушлай ер участкалары алды. Участкалар йәрәбә һалыу юлы менән бүленде.

Ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, закон үҙ көсөнә ингәндән алып шәхси торлаҡ йорт төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкаһы алыуға хоҡуҡлы 513 кеше иҫәпкә ҡуйылған. Улар араһында – һигеҙ йәш ғаилә, дүрт бюджет өлкәһе хеҙмәткәре, өс һәм унан ашыу балиғ булмаған бала тәрбиәләгән 120 граждан, инвалид балаһы булған 41 ғаилә.

Әлеге ваҡытта йәнә 27 ер участкаһын бүлеү өсөн документтар әҙерләнә.