Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Дамир Йәлилов исемендәге Ҡала фото йорто асылды

Йәмғиәт

Өфөлә ҡалалағы тәүге махсус фотогалерея эшләй башланы. Фото йортоноң беренсе күргәҙмәһендә был проектты башлап ебәреүсе һәм уны ойоштороусы Дамир Йәлиловтың эштәре тәҡдим ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға эшенең һөҙөмтәһен күрергә насип булманы. Фото йорто директоры Гүзәл Сәйфетдиарова хәбәр итеүенсә, генерал Горбатов урамындағы 7/5 һанлы йортта урынлашҡан бүлмә Өфө хакимиәте тарафынан бирелгән. Өфө фоторәссамдары өсөн галерея күргәҙмә залын һәм яҡтылыҡ техникаһы менән йыһазландырылған студияны тәҡдим итергә әҙер. Ҡала халҡы күргәҙмәләргә бушлай йөрөй аласаҡ.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Дамирға эшенең һөҙөмтәһен күрергә насип булманы. Әммә уның был ҡаҙанышы үҙе хаҡында хәтер һаҡлаясаҡ», — тип билдәләне фотогалереяны ойоштороусы – Дамир Йәлиловтың апайы Елена Астахова.

Бөгөн иһә Фото йорто баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн үҙ ишектәрен асты. Киләсәктә бында ай һайын экспозицияларҙы яңыртып тороу планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр ойошма хеҙмәткәрҙәре.

Теги: фото,хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть