7 декабрь, Шаршамбы

24 сентябрь 2012 йыл, 12:41

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Власть менән әңгәмә»не ҡайтанан тергеҙә

автор: Сергей Захаров

Оҙаҡ ваҡыт туҡтатылып торғандан һуң, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында йәнә «Власть менән әңгәмә» исемле телепроект тергеҙелде.

25 сентябрҙә, 20.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирында граждандарҙың һорауҙарына республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов яуап бирәсәк.

«Власть менән әңгәмә» тапшырыуы ҡунағына теләгән һәр кем һорау бирә ала. Бының өсөн БЮТ сайтына инеп, үҙеңдең һорауыңды ҡалдырыу зарур. Һорауҙарҙы шулай уҡ эфир барышында 292-10-05 телефоны буйынса бирергә була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Фидус Ямалетдинов социаль яҡлау, хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллеге, һаулыҡ һаҡлау, мәктәпкәсә, башланғыс, урта, юғары, юғары уҡыу йортонан һуңғы һөнәри һәм өҫтәмә белем биреү, фән мәсьәләләренә контроллек итә. Шулай уҡ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү, киң йәмәғәтселек сараларын үткәреү кеүек мәсьәләләр ҙә уның контролендә.