Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнө индерелде

Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы килештереүсе комиссия редакцияһында Рәсәйҙә Берҙәм тауыш биреү көнөн индереү тураһында закон ҡабул итте. Уға ярашлы, Берҙәм тауыш биреү көнө Рәсәйҙә йылына бер тапҡыр, сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә үткәреләсәк. 293 депутат ыңғай тауыш бирҙе, тип хәбәр ителә Дәүләт Думаһы сайтында.

Тимәк, алдағы һайлауҙар Рәсәйҙә 2012 йылдың октябрендә үтә, а унан һуңғылары сентябрь айында үткәреләсәк.

Закон проектын ҡабул итеү республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереүгә сәбәп буласаҡ. Көҙгө сессияның төп закон проекттары араһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Һайлау тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индереүҙе лә атаны.

— Был бик мөһим документ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Берҙәм тауыш биреү көнөн индереү тураһында ҡарар ҡабул итеү беҙҙән тиҙ арала республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр индереүҙе талап итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть