10 декабрь, Шәмбе

24 сентябрь 2012 йыл, 11:07

Өфөлә 2012 йылғы йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы еңеү яуланы

автор: Дмитрий Слезин

Өфөлә 2012 йылғы йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Рәсәй йыйылма командаһы барлыҡ миҙалдарҙың өстән ике өлөшөн яулап, еңеүгә өлгәште.

Шулай итеп, беренсе урында – Рәсәй йыйылма командаһы (туғыҙ «алтын», биш «көмөш» һәм алты «бронза»), икенсе урында – Украина командаһы (бер «алтын», дүрт «көмөш» һәм ике «бронза»), өсөнсө урында – Чехия йыйылма командаһы (бер «көмөш» һәм ике «бронза»).

Рәсәй юниоркаһы Ольга Подчуфарова (Мәскәү ҡалаһы) өс «алтын» яулап, абсолют чемпион булды. Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы спортсыһы Ольга Зайцева ике алтын награда яуланы. Уның ҡатын-ҡыҙҙар араһында спринт буйынса ярыштарҙа еңеү яулауына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та шаһит булды.

Алексей Волков ике алтын һәм бер көмөш миҙал яулап, ер-егеттәр араһында лидер булды.

Башҡортостан вәкилдәре түбәндәге күрһәткестәргә эйә булды: Максим Чудов – спринт буйынса алтын һәм персьют буйынса көмөш наградалар, Ольга Вилухина – спринт буйынса бронза миҙал.