7 декабрь, Шаршамбы

24 сентябрь 2012 йыл, 10:21

Дмитрий Медведев Башҡортостандың перспективалы проекттары менән танышты

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Сочиҙа үткән XI Халыҡ-ара инвестиция форумында республика стенды менән танышты. Йола буйынса, форум эшендә Рәсәйҙең бөтә тиерлек төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән вәкилдәр ҡатнашты.

Башҡортостан делегацияһын республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров етәкләне. Ул Дмитрий Медведевты «РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә тормошҡа ашырыласаҡ проекттар менән таныштырҙы. Улар – гидроэнергетика ҡорамалдары етештереү буйынса «РусГидро-Альстом» заводын һәм энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу технологиялары технопаркын төҙөү, шулай уҡ Башҡортостандың нефть һәм газ химияһы һәм машиналар эшләү консорциумдары.

— Башҡортостандың бөтә йүнәлештәр буйынса инвестиция мөмкинлектәрен, сәнәғәтен тәҡдим итеү өсөн беҙҙә барлыҡ техник мөмкинлектәр ҙә бар, — тине Юрий Пустовгаров. – Ғөмүмән алғанда, беҙҙең резидент булырға теләк белдереүселәр бик күп. Беҙ барыһын да саҡырабыҙ, уларға булышлыҡ итергә һәм ярҙам күрһәтергә әҙер булыуыбыҙ хаҡында әйтәбеҙ.

Башҡортостан стендында республикала 2013 йылда үтәсәк мөһим форумдар тәҡдим ителде. VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары, «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы, «Һөт иле» бөт Рәсәй фестивале айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. 2015 йылда үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең самиттары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.