10 декабрь, Шәмбе

19 сентябрь 2012 йыл, 19:15

Өфөлә Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса округ консультатив советының тәүге ултырышы асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан баш ҡалаһында Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса округ консультатив советының тәүге ултырышы асылды. Уның эшендә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Волга буйы федераль округына ингән төбәк вәкилдәре ҡатнашты.

— Төп власть – ул муниципаль власть. Был хаҡта мин һәр ваҡыт әйтәм, — тине Михаил Бабич, ултырышты асып. – Сөнки ул халыҡҡа яҡыныраҡ тора. Территорияларҙа барлыҡҡа килгән проблемалар һәм власть вертикале өсөн халыҡ алдында ул беренсе булып яуап бирә.

Михаил Бабич билдәләүенсә, бөгөнгө көндә урындағы үҙидара роле бермә-бер арта.

— Илдәге сәйәси реформа федераль закондар формаһын алды ла инде һәм 14 октябрҙә яңы закондар буйынса тәүге һайлау кампанияһын үткәрәсәкбеҙ, — тине Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле. – Һайлау реформаһы шунан ғибәрәт: муниципаль берәмектәр төбәктәрҙә вәкәләтле һәм башҡарма власть вертикален формалаштырасаҡ звеноға әүерелә.

Михаил Бабич билдәләүенсә, Совет ултырышын Башҡортостанда үткәреү осраҡлы түгел.

— 14 октябрҙә бында иң ҙур муниципаль һайлауҙарҙың береһе үтә, 54 районда меңдән ашыу муниципаль депутат билдәләнәсәк, — тине ул.

Михаил Бабич вәкәләттәрҙең бер өлөшөн төбәк һәм муниципаль кимәлдәргә бүлеп биреү мәсьәләһен тикшереү бөгөнгө ултырыштың төп бурыстарының береһе тип атаны.

— Бүлеп бирелгән барлыҡ вәкәләттәр тейешле керем сығанаҡтары менән тәьмин ителгән булырға тейеш, — тине Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле төп принциптарҙың береһе хаҡында.

Уның билдәләүенсә, муниципалитеттарҙың күпселек проблемалары уларҙы хәл итеү өсөн тейешле керем сығанаҡтарының булмауына бәйле. Ултырышта ҡатнашыусылар әлеге мәсьәлә буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә тейеш, сөнки Рәсәй Президенты ҡушыуы буйына алдағы ике айҙа норматив акттар ҡабул ителәсәк һәм вәкәләттәрҙең бер өлөшө уларға беркетелгән керем сығанаҡтары менән ҡуша төбәктәргә бүлеп бирелә башлаясаҡ.

Ултырышта шулай уҡ ғәмәлдәге административ-территориаль бүленеш һөҙөмтәлелеге тикшерелде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Советта Башҡортостан исеменән БР Дәүләт Йыйылышының Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты рәйесе Рөстәм Күзбәков, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы, «БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы идараһы рәйесе Сергей Молчанов, Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Алексей Изотов, Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко сығыш яһай.

Волга буйы федераль округының Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса советы 2012 йылдың июлендә булдырылды. Уның составына муниципалитет вәкилдәре, ҙур ҡала хакимиәттәре һәм административ үҙәктәр башлыҡтары, төбәк һәм төбәк-ара ассоциация һәм йәмәғәт структуралары етәкселәре, Федераль Йыйылыш вәкилдәре һәм эксперттар инде. Төбәк башлығы вазифаһына кандидаттарҙы яҡлауҙа депутаттарҙың ҡатнашлығы буйынса дәүләт власы органдары өсөн тәҡдимдәр әҙерләү, кадрҙар резервын формалаштырыу, төбәк һәм муниципаль власть органдары араһында вәкәләттәрҙе бүлеү Совет бурыстарына инә.