7 декабрь, Шаршамбы

19 сентябрь 2012 йыл, 10:22

Бөгөн йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты асыла

автор: Дмитрий Слезин

19 сентябрҙә йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты асыла. Уны асыу тантанаһы «Биатлон» спорт комплексында Өфө ваҡыты менән 19.30 сәғәттә башлана.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы барлыҡ ярыштарҙы ла тапшырасаҡ. Көйәрмәндәр тапшырыуҙарҙы телевизорҙан ғына түгел, рәсми сайттан да он-лайн режимда ҡарай аласаҡ. Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатынан тапшырыуҙы 46 илдә ҡараясаҡтар.

Ярыштарҙа 17 ил спортсылары ҡатнашасаҡ. Улар араһында билдәле сит ил биатлонсылары бар: Украинанан Наталья Бурдыга һәм Вита Семеренко, Австриянан Алексей Альмуков, Ҡаҙағстандан Галина Вишневская һәм Рәсәй йыйылма командаһы лидерҙарының береһе Антон Шипулин. Шулай уҡ Максим Чудовтың ҡатнашыуы көтөлә. Халыҡ-ара ярыштар программаһында: ҡатнаш эстафета, спринт, персьют.

Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатынан тапшырыуҙар теҙмәһе:

19 сентябрь

19.30 — чемпионатты асыу тантанаһы

20 сентябрь

10.50-12.30 — ҡатнаш эстафета (юниоркалар, юниорҙар)

14.50-16.30 — ҡатнаш эстафета (ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр).

22 сентябрь — спринт

10.50-13.00 — спринт (юниоркалар, ҡатын-ҡыҙҙар)

14.50-16.45 — спринт (юниорҙар, ир-егеттәр)

23 сентябрь — персьют

9.50-12.00 — персьют (юниоркалар, ҡатын-ҡыҙҙар)

13.20-15.30 — персьют (юниорҙар, ир-егеттәр).

23.45 — чемпионатты ябыу тантанаһы.