7 декабрь, Шаршамбы

18 сентябрь 2012 йыл, 18:40

Республика Президенты Федераль һауа транспорты агентлығы башлығы менән осрашты

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Федераль һауа транспорты агентлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа шишәмбе, 18 сентябрҙә, республика Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Федераль һауа транспорты агентлығы етәксеһе Александр Нерадько ҡул ҡуйҙы. Республика йортонда үткән осрашыуҙа Башҡортостандың транспорт комплексы вәкилдәре федераль үҙәктәге хеҙмәттәштәре менән Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең саммитарына Өфө аэропортын әҙерләү мәсьәләһен тикшерҙе.

— Башҡортостан Республикаһын мөһим ваҡиғалар көтә – 2015 йылда беҙгә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең саммитарын үткәрергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙы асып. Шул уҡ ваҡытта был сараларға бөгөндән үк әҙерләнә башларға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Александр Нерадько һүҙҙәренсә, тәү сиратта башҡарыла торған эштәр билдәләнгән. Атап әйткәндә, федераль милектә булған реконструкцияланасаҡ объекттар исемлеген ентекле әҙерләп, проектлау эштәренә тотонорға кәрәк.

— Иң мөһиме, был мәсьәләләрҙе хәл иткәндән һуң, беҙҙә 2015 йылға яңы инфраструктура булдырыласаҡ. Артабан ул халыҡ-ара йүнәлештәрҙә пассажирҙар ташыу һәм шулай уҡ төбәк авиацияһын үҫтереү өсөн дә файҙаланыласаҡ, — тип билдәләне Федераль һауа транспорты агентлығы башлығы. Федераль агентлыҡтың бындай сараларҙы үткәреү буйынса тәжрибәһе ҙур, тине Александр Нерадько.