Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Йәштәргә - эш!» акцияһы үтәсәк

Йәмғиәт

«Йәштәргә — эш!» республика акцияһының икенсе этабы кесе йома, 20 сентябрҙә, Йәштәр һарайында үтә. Сараны ойоштороусылар булып БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге, БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты сығыш яһай.

БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин һүҙҙәренсә, йәрминкә эш тәҡдим итеүселәр һәм шулай уҡ эш эҙләгән йәштәр араһында ла ҙур һорау менән файҙалана. Йәштәргә улар яҡшы эш табырға мөмкинлек бирә, ә эш тәҡдим итеүселәргә квалификациялы белгестәр йәлеп итергә ярҙам итә.

Быйыл үҙенең вакансияларын баш ҡаланың 50-гә яҡын предприятиеһы һәм ойошмаһы тәҡдим итәсәк. Сарала 500-ҙән ашыу йәш кешенең ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр иттеләр БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.

Башлана – 15 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть