Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

19 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың 17 районында шәкәр сөгөлдөрөн йыя башланылар

Иҡтисад

Башҡортостандың 17 районында шәкәр сөгөлдөрөн йыя башланылар. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, татлы тамыраҙыҡтар төбәктә 11345 гектар майҙанда йыйып алынған, планға ҡарата был 21 процент тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта Әлшәй, Баҡалы, Күгәрсен һәм Стәрлебаш райондары хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрөн 45-50 процент майҙанда йыйып алған.

БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, шәкәр сөгөлдөрөнөң уртаса уңышы төбәктә гектарынан 155 центнер тәшкил итә. Ә Баҡалы, Благовар, Бүздәк һәм Шишмә райондарында был һан 200 центнерға етә.

Республикала йәмғеһе 175 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть