Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «50 ПЛЮС. Өлкән йәштең ыңғай яҡтары» халыҡ-ара конференцияһында сығыш яһаны

Йәмғиәт

Өфөлә өлкән йәштәге кешеләргә арналған халыҡ-ара форум эшләй башланы. «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үткәрелгән «50 ПЛЮС. Өлкән йәштең ыңғай яҡтары» халыҡ-ара конференцияһында сәйәсмәндәр, ғалимдар, экономистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Конференцияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов был мөһим проекттың былтыр Рәсәйҙең Федерация Советы ярҙамы менән башланған социаль инициативаның бер өлөшө булып тороуын билдәләне.

— Форумдың тап беҙҙә – Башҡортостанда үткәрелеүе ҡыуаныслы. Әлеге осрашыу донъяуи тәжрибә, был өлкәләге заманса фәнни эшләнмәләр менән танышырға мөмкинлек бирә, — тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ, йәш быуын айырыуса яҡлауға һәм иғтибарға мохтаж, тип уйлап өйрәнгәнбеҙ һәм был дөрөҫ, сөнки йәштәрҙе тәрбиәләргә, уҡытырға кәрәк һәм беҙ ваҡытыбыҙҙың күпселек өлөшөн шуға бағышлайбыҙ. Рәсәй Федерацияһы субъекттары бюджеттарын алып ҡарағанда, нигеҙҙә улар йәштәрҙе уҡытыуға, уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Әммә йыш ҡына үҙҙәренең оло хеҙмәте менән илебеҙҙе үҫтергән кешеләр хаҡында онотабыҙ. Өлкән йәштәге кешеләр йыш ҡына ситләтелә, йәки улар үҙҙәренең эш даирәһен таба алмай. Тормошта үҙ урынын эҙләүҙе дауам иткән, йылдар дауамында тупланған тәжрибәһе менән бүлешергә теләгән өлкән йәштәге кешеләр өсөн бындай конференциялар ярҙам итергә тейеш.

Ололар үҙҙәрен ышаныслы һәм тыныс тойһон өсөн республика күп эштәр башҡара, тип өҫтәне Президент.

— Беҙҙә кешеләргә уҡырға, сәйәхәт итергә, үҙҙәре өҫтөндә эшләргә, алға табан барырға ярҙам иткән программалар бар. Миҫалға былтыр тормошҡа ашырыла башлаған социаль туризм буйынса программаны килтерергә була.

Ул ваҡытта, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, был программа менән 5 меңгә яҡын кеше файҙалана алған.

Өсөнсө быуын университеттары ла шулай уҡ мөһим сараларҙың береһе булып тора. Бөгөн бөтә республика буйлап уларҙа тиҫтәләгән мең кеше уҡый. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, әлеге ваҡытта төбәктә Башҡорт электрон университетын булдырыу өҫтөндә эшләйҙәр.

Шуны ла өҫтәп әйтергә кәрәк, конференцияла сит ил эксперттары ла ҡатнаша һәм был осраҡлы түгел: көнбайышта өлкән йәштәге кешеләрҙең бөгөнгө тормошҡа яраҡлашыуы буйынса ярайһы уҡ ҙур тәжрибә тупланған.

Сарала ҡатнашыусылар ололарҙың йәшәү сифаты, улар өсөн уңайлы шарттар булдырыу кеүек мәсьәләләргә айырыуса ҙур иғтибар бүлергә уйлай.

Федераль Йыйылыштың Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Светлана Орлова һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә оло йәштәге кешеләрҙең ихтыяждары тулыһынса иҫәпкә алынмай.

Светлана Юрьевна фекеренсә, республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә, маҡсатлы программалар уңышлы тормошҡа ашырыла, социаль хеҙмәтләндереүҙең мобиль бригадалар, социаль поликлиника, реабилитация мәктәбе кеүек яңы технологиялары үҫтерелә.

— Башҡортостанда реаль эштәр башҡарыла. Улар өлкән йәштәге кешеләргә сәләмәт, бәхетле булырға, үҙҙәренең мөмкинлектәрен асырға ярҙа итер, тип ышанабыҙ, — тине Светлана Орлова.

Конференция сиктәрендә «Өлкән йәштең ыңғай яҡтары» күргәҙмәһе эшләй. Унда 50 йәштән үткән кешеләр өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр тәҡдим ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть