6 декабрь, Шишәмбе

18 сентябрь 2012 йыл, 15:32

Республиканың 38 районы Өфөлә беренсе ауыл хужалығы йәрминкәләрендә ҡатнашты

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә беренсе көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләренә йомғаҡ яһалды. Ике көн – 15 һәм 16 сентябрь – эсендә 17 сауҙа итеү майҙансығында Башҡортостандың 38 районынан 2100-ҙән ашыу машина булды. Был хаҡта 18 сентябрҙә үткән матбуғат конференцияһында баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин хәбәр итте.

— Йәрминкәләр ҡала менән ауыл араһында һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү формаһы булып тора. Шулай итеп, 15 һәм 16 сентябрҙә Өфөлә 2177 сауҙа итеү урыны ойошторолдо. Көҙгө йәрминкәләрҙә һатылған продукция күләме 64 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Ике көн эсендә өфөлөләр ауыл эшсәндәренән 850 тонна картуф, 390 тонна башҡа төр йәшелсә, 112 тонна ит һәм 52 тонна бал һатып алды, — тип хәбәр итте Марат Ғәлиуллин.