4 декабрь, Йәкшәмбе

18 сентябрь 2012 йыл, 12:50

Өфөлә Волга буйы федераль округының Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса советы ултырышы үтәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

Шаршамбы, 19 сентябрҙә, Өфөлә Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса округ консультатив советының тәүге ултырышы үтә. Унда ҡатнашыусылар Рәсәй Президентының сәйәси системаны яңыртыу буйынса күрһәтмәләрен тормошҡа ашырыу сиктәрендә округ төбәктәрендә урындағы үҙидараны үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Башҡортостан исеменән БР Дәүләт Йыйылышының Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты рәйесе Рөстәм Күзбәков, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы, «БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы идараһы рәйесе Сергей Молчанов, Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Алексей Изотов, Өфө ҡала Советы рәйесе Евгений Семивеличенко сығыш яһай.

Волга буйы федераль округының Урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса советы 2012 йылдың июлендә булдырылды. Уның составына муниципалитет вәкилдәре, ҙур ҡала хакимиәттәре һәм административ үҙәктәр башлыҡтары, төбәк һәм төбәк-ара ассоциация һәм йәмәғәт структуралары етәкселәре, Федераль Йыйылыш вәкилдәре һәм эксперттар инде. Төбәк башлығы вазифаһына кандидаттарҙы яҡлауҙа депутаттарҙың ҡатнашлығы буйынса дәүләт власы органдары өсөн тәҡдимдәр әҙерләү, кадрҙар резервын формалаштырыу, төбәк һәм муниципаль власть органдары араһында вәкәләттәрҙе бүлеү Совет бурыстарына инә.