10 декабрь, Шәмбе

18 сентябрь 2012 йыл, 12:37

Дәүләт Думаһында Киң мәғлүмәт саралары буйынса айырым комитет асыу планлаштырыла

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

РФ Дәүләт Думаһында Киң мәғлүмәт саралары буйынса айырым комитет асыу планлаштырыла, тип хәбәр итте түбәнге палата рәйесе Сергей Нарышкин. Әлеге ваҡытта киң мәғлүмәт сараларының эшмәкәрлегенә Мәҙәниәт буйынса комитет составына ингән мәғлүмәт сәйәсәте, мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә буйынса комитет бүлеге контроллек итә.

Дәүләт Думаһы спикеры һүҙҙәренсә, яңы комитет быйыл көҙ эшләй башлаясаҡ. Уны асыуға киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлегенә яңы технологиялар индереү һәм йәмәғәт телевидениеһын булдырыу сәбәп булды.