4 декабрь, Йәкшәмбе

17 сентябрь 2012 йыл, 18:54

Көнсығыш илдәре компаниялары менән иҡтисади бәйләнештәр булдырыу зарур, тип иҫәпләй Башҡортостан Президенты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Предприятиелар төҙөгәндә Башҡортостан йыш ҡына Көнбайыш технологияларына таяна.

— Шул уҡ ваҡытта бөгөн донъяның иҡтисади үҫешенә Көнсығыш ныҡ ҡына йоғонто яһай, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «Вести – Башкортостан. События недели» тапшырыуында республика халҡының һорауҙарына яуап биреп. – Беҙгә Көньяҡ Көнсығыш, Урта Көнсығыш һәм Азия компаниялары менән тығыҙыраҡ эшләргә кәрәк.

Республика Президенты Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең саммиттарына әҙерлек сиктәрендә төбәктә бындай эштең башланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Республика өсөн яҡшы мөмкинлек асыла – ул был халыҡ-ара ойошмаларға ингән илдәргә үҙе хаҡында һөйләй ала, — тип иҫәпләй төбәк башлығы. – Был илдәрҙең бизнесы менән иҡтисади бәйләнештәр булдырырға тейешбеҙ. Республикабыҙ бындай мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырырға тейеш түгел.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, йылдам үҫеш йәһәтенән «технологиялары булған Көнбайыш та, һәм үҙенең философияһы булған Көнсығыш та беҙҙең өсөн яҡшы».