11 декабрь, Йәкшәмбе

17 сентябрь 2012 йыл, 18:05

Республика Президенты: «Предприятиеларҙы һатырлыҡ ул тиклем аҡсаға мохтаж түгелбеҙ»

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика милкендә булған ҙур предприятиеларҙы һатыуға кире ҡарашта. Уның һүҙҙәренсә, улар төбәктә ни бары өсәү ҡалған — «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Өфө» халыҡ-ара аэропорты һәм «Башспирт» берләшмәһе.

— Инвесторҙар ҙур предприятиелар менән, әлбиттә, ҡыҙыҡһына. Әммә уларҙы һатырлыҡ беҙ ул тиклем аҡсаға мохтаж түгел. Был предприятиеларҙың уңышлы эшләүен, керем биреүен күрәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов, «Вести – Башкортостан. События недели» тапшырыуында республика халҡының һорауҙарына яуап биреп.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, «шәхси ҡулға тапшырылған предприятиелар яҡшыраҡ эшләй, тигән фекер йөрөй. Эйе, бер ни тиклем был дөрөҫ тә. Әммә шул уҡ ваҡытта оптималләштереү процестары арҡаһында кешеләрҙең йыш ҡына урамда ҡалыуын аңлайбыҙ һәм беҙгә бындай оптималләштереү эҙемтәләрен хәл итеү ауырға төшә».

— Шуға күрә алдағы ваҡытта дәүләт пакеттарын һатырға уйламайбыҙ. Икенсе яҡтан, был предприятиелар өсөн яҡшы хаҡ билдәләнһә, уларҙы тулыһынса түгел, ә бер өлөшөн һатыу хаҡында уйлаясаҡбыҙ. Сөнки Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең саммиттарын үткәреү сиктәрендә беҙгә лә төҙөлөш эштәрен алып барырға кәрәк. Әммә яҡын арала бындай варианттар ҡаралмаясаҡ, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты.