9 декабрь, Йома

17 сентябрь 2012 йыл, 16:14

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың саммиттар үткәреүгә әҙерлек кимәленә баһа бирҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Өфөнөң, Башҡортостандың саммиттар үткәреүгә әҙерлек кимәле, Алыҫ Көнсығыш төбәктәре менән сағыштырмаса, юғарыраҡ, — тине Башҡортостан Президенты «Вести Башкортостан. События недели» тапшырыуының тура эфирында.

Төбәктә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең саммиттарын үткәреү айҡанлы республика «аҡса ямғырына» өмөт итмәй, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Әммә аэропортты яңыртыуға ресурстар алып булыр, тип ышанабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. – Затон биҫтәһендә яңы күпер төҙөү өсөн дә аҡса алыуға иҫәп тотабыҙ. Шулай уҡ Өфөлә яр буйы урамы төҙөлөр, тип ышанабыҙ.

Халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙы үткәреү өсөн Өфө йәнә бер нисә мәҙәни, спорт объектын, ҡунаҡханалар төҙөүгә иҫәп тота ала, тине Рөстәм Хәмитов.

— Төҙөлөш паритетлы нигеҙҙә финансланасаҡ, — тип билдәләне төбәк башлығы. – Финанслауҙың ҙур өлөшөн Федерация үҙ өҫтөнә аласаҡ, әммә республика бюджетынан да ҙур сумма бүленәсәк. Тәү сиратта был аэропорт вокзалын яңыртыуға ҡағыла.