3 декабрь, Шәмбе

17 сентябрь 2012 йыл, 15:31

Төбәк башлығы: «Үҙ фекереңде мәҙәни кимәлдә һәм закон сиктәрендә яҡлау зарур»

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Вести Башкортостан. События недели» тапшырыуының махсус сығарылышында Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында үткән «Миллиондар маршы» протест акцияһына комментарий бирҙе. Өфөлә лә шулай уҡ оппозиционерҙар урамға сыҡты.

– Минеңсә, хәҙер бындай саралар үкәреүҙең кәрәге юҡ. Сөнки дөйөм алғанда илебеҙ әүҙем үҫешә. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр был процестың шәберәк барыуын теләйҙер, әммә барыһы ла эҙмә-эҙлекле эшләнә. Әлеге ваҡытта илдәге аҡсалар социаль объекттар төҙөүгә йүнәлтелә, был айырыуса беҙҙең републикаға хас. Халыҡтың тормошон яҡшыртыу властың берҙән-бер маҡсаты булып тора. Ә мөмкин булмағанды, нисек кенә һорамаһындар, бары бер башҡара алмаясаҡбыҙ. Унан да бигерәк, бындай протестарҙың ил үҫешен тотҡарлауы ихтимал. 90-сы йылдарҙа лозунгыларҙың сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһауын яҡшы хәтерләйбеҙ. Бындай хәлдең ҡабатланыуы беребеҙгә лә кәрәкмәй. Халыҡты урамға сығарып, конфликттарға әйҙәгән кешеләр бындай ҡылыҡтары өсөн яуаплы булырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Шул уҡ ваҡытта республика Президенты, мин бер фекерле булырға саҡырмайым, киреһенсә, кешеләр үҙ фекерен яҡларға хоҡуҡлы, әммә быны мәҙәни кимәлдә һәм закон сиктәрендә эшләү зарур, тип билдәләне.

темалар: бр президенты