5 декабрь, Дүшәмбе

17 сентябрь 2012 йыл, 14:43

Башҡортостан Президенты: «РФ субъекттары араһында инвесторҙар өсөн көрәш бара»

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанға инвестициялар йәлеп итеү темптары үткән йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестәргә ҡарағанда юғарыраҡ. Был хаҡта 16 сентябрҙә «Вести-Башкортостан» тапшырыуының махсус сығарылышында БР Президенты Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

— Үткән йыл менән сағыштырмаса, быйыл инвестиция ресурстары 25 процентҡа күберәк йәлеп ителде, — тине Рөстәм Хәмитов. – Бер нисә ҙур компания менән инвестиция килешеүҙәре төҙөлдө. Көҙ көнө тәүге йомғаҡ яһаласаҡ: предприятиелар, заводтар асыласаҡ.

Йыл йомғаҡтары буйынса республика 250 миллиард һум күләмендә инвестициялар йәлеп итергә иҫәп тота, былтыр был һан 180 миллиард һум тәшкил иткәйне. Бындай динамикаға төбәктә булдырылған уңайлы инвестицион мөхит ярҙамында өлгәшеп булды, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— РФ субъекттары араһында инвесторҙар өсөн көрәш бара, — тине Рөстәм Хәмитов. – Производство төҙөргә теләгән инвесторҙар өсөн һәр төбәк уңайлы шарттар тәҡдим итә. Беҙ ҙә был ҡағиҙәнән ситләшмәйбеҙ. Беҙгә аҡса менән килгән инвесторҙар өсөн ташламалар булдырырға мөмкинлек биргән заманса ҡануниәт ҡабул итеүгә өлгәштек.

темалар: бр президенты