9 декабрь, Йома

17 сентябрь 2012 йыл, 14:01

Рөстәм Хәмитов «Вести Башкортостан. События недели» тапшырыуында республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

16 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Вести Башкортостан. События недели» тапшырыуында республика халҡының Башҡортостандағы сәйәси һәм социаль-иҡтисади хәлгә ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе, социаль проекттар тураһында һөйләне, йәйҙең төп сәйәси ваҡиғаларына баһа бирҙе, шулай уҡ артабанғы эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне.

Төбәк Хөкүмәтендәге үҙгәрештәр йәйҙең мөһим сәйәси ваҡиғаларының береһе булып тора. Рөстәм Хәмитов республика Президентының шәхси контроле аҫтында булған башҡарма власть эшмәкәрлегенә тәүге баһа бирҙе.

— Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең эшләү динамикаһы артты, тип кенә әйтә алам — тине Рөстәм Хәмитов. – Министрҙар һәм дөйөм алғанда Хөкүмәт әүҙемерәк эшләй башланы, улар үҙҙәренә яуаплылыҡ өҫтәлеүен аңлай.

Башҡортостан башлығы бындай форматта эшләүҙең өҫтөнлөктәрен билдәләне.

— Туранан-тура Президент менән эшләү бер яҡтан билдәле бер мөмкинлектәр тыуҙырһа, икенсе яҡтан яуаплылыҡ та өҫтәй.