Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

IX Башҡортостандың йәш журналистары фестивале тамамланды

Йәмғиәт

IX Башҡортостандың йәш журналистары фестивале тамамланды, ул 13-14 сентябрҙә республиканың Иглин районында үтте. Сарала төбәк киң мәғлүмәт сараларының 35 йәшкә тиклемге 60-ҡа яҡын вәкиле ҡатнашты.

Матур йолаға әүерелгән был сара сәләмәтләндереү-күңел асыу комплекстарының береһендә үткәрелде. Ҡатнашыусылар өсөн лекциялар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков фестивалдә ҡатнашыусыларҙың юғары әүҙемлеген билдәләне.

— Сараның беренсе көнөндә журналистар алдында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Шамил Вәлиев сығыш яһаны. Ул хәҙерге заман журналистикаһы хаҡында фекерҙәре менән бүлеште. Артабан ул йәш журналистарҙың төрлө темаларға ҡағылышлы бихисап һорауҙарына яуап бирҙе, — тип һөйләне Артур Хәсән улы. – Лайыҡлы алмаш үҫеп килеүен аңланыҡ: ижади фекерләгән, аҡыллы йәштәр яңыса эшләргә теләй.

Йәш журналистар алдында БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, республика Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Аббас Ғәлләмов, Мәскәү дәүләт матбуғат университеты ректоры Константин Антипов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар сығыш яһаны. «Башҡортостан Республикаһының Блогерҙар мәктәбе» етәксеһе Евгения Куцуева, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһы вәкилдәре оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Фестиваль сиктәрендә «Сәйер кеше» конкурсына йомғаҡ яһалды. Уның еңеүсеһе тип «Учалинская газета» хәбәрсеһе Эльза Скрипченко танылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть