Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

2013 йылда Өфөлә ҙур спорт комплексы асыласаҡ

Иҡтисад

Киләһе йылда Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә спорт комплексын төҙөп бөтөү планлаштырыла. Объект Бикбай урамында, «Приозерный» физкультура-сәләмәтләндереү комплексы янында урынлашҡан. Киләсәктә улар күп профилле берҙәм спорт үҙәген тәшкил итәсәк.

Төҙөлөп ятҡан комплекста өс бассейн була. Уларҙан тыш, фитнес, бокс, көрәш менән шөғөлләнеү өсөн залдар йыһазландырыла. Бинаның файҙаланыуға яраҡлы майҙаны туғыҙ мең квадрат метр тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән. Комплекстың автомобилдәр ҡуйыу урыны яҡынса 200 машинаға иҫәпләнгән.

Спорт комплексын төҙөү урынында Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов булды. Әлегә бында фасад эштәре башҡарыла. Барлыҡ тышҡы инженер коммуникациялары үткәрелгән.

– Өфөлә был инвесторҙар средстволары иҫәбенә төҙөлгән, заманса йыһазландырылған бындай кимәлдәге беренсе спорт комплексы, — тине Ирек Ялалов. – Шуға күрә төҙөлөштөң уңышлы тамамланыуы мөһим.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть