Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.71 ↓

EUR 63.36 ↑

30 май, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала Рәсәйҙең вертолеттар эшләү тармағын үҫтереү мәсьәләләре тикшереләсәк

Иҡтисад

14 сентябрҙә Күмертау авиация производство предприятиеһында «Рәсәй вертолеттары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Петров холдингҡа ҡараған предприятие етәкселәре менән «Оборонпром» вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрәсәк. Кәңәшмә «Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә 50 йыл тулыуға арнала.

Предприятиенан хәбәр итеүҙәренсә, ултырышта производство структураһын үҙгәртеү, вертолеттар өсөн комплектлаусы изделиелар етештереү буйынса яңы производстволар булдырыу мәсьәләләре һәм дөйөм алғанда 2012-2015 йылдарға производство программаһы тикшереләсәк.

Көндөң тәүге яртыһында Дмитрий Петров Күмертау предприятиеһының етештереү майҙансыҡтарында булды, уларҙа етештерелгән продукция менән танышты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть