Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы «Интерра-2012» халыҡ-ара инновация форумында ҡатнаша

Иҡтисад

Башҡортостан вәкилдәре 14 сентябрҙә Новосибирск ҡалаһында асылған IV «Интерра-2012» халыҡ-ара инновация форумында ҡатнаша.

Быйылғы форумдың темаһы – «Йәшәү өсөн инновациялар». Шуға күрә сарала йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән яңы эшләнмәләр һәм идеяларға өҫтөнлөк бирелә. «Яңы иҡтисад», «Ҡала — йәшәү өсөн», «Инновациялар территорияһы», «Инновацион үҫеш өлкәһендә сәйәсәт һәм идара итеү» форумдың төп йүнәлештәре булып тора.

«Башинформ» агентлығына «Интерра–2012» форумында ҡатнашыусы – БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының инновация бүлеге начальнигы Урал Насибуллин хәбәр итеүенсә, сара сиктәрендә Рәсәйҙең Инновацион төбәктәр ассоциацияһы Советы ултырышы үтәсәк. Унда республика Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов доклад менән сығыш яһаясаҡ.

Бынан тыш, республика делегацияһы кластерлы үҫеш буйынса халыҡ-ара конференцияла, шулай уҡ инновацион технологияларға һәм юғары технологиялы медицинаға арналған төрлө сараларҙа ҡатнашырға планлаштыра.

IV «Интерра-2012» халыҡ-ара инновация форумы үҙ эшен 15 сентябрҙә тамамлай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть