Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала «Йәштәргә – эш!» вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

Иҡтисад

Киләһе аҙнала, 20 сентябрҙә, XXIII «Йәштәргә – эш!» республика йәштәр акцияһының икенсе этабы сиктәрендә Өфөлә вакансиялар йәрминкәһе үтә.

Сараны ойоштороусылар булып БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге, БР Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты сығыш яһай.

Вакансиялар йәрминкәһе Йәштәр һарайында үтә. Башлана – 15 сәғәттә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл яҙ «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үткән XXIII «Йәштәргә – эш!» республика йәштәр акцияһында юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар, шулай уҡ студенттар – йәмғеһе ике меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Республиканың 60-тан ашыу эш тәҡдим итеүсеһе төрлө вакансиялар тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть