Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә «Сәләм-2012» сыуаш йыры һәм бейеүе фестивале асылды

Йәмғиәт

Өфөнөң С.Т.Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында II «Сәләм-2012» республика сыуаш йыры һәм бейеүе фестивале асылды. Уны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто, төбәктең Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте һәм Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров районы хакимиәте сығыш яһай. Республиканың төрлө төбәктәренән 40-тан ашыу ижади коллектив был байрамда ҡатнашыу өсөн Өфөгә килде.

Фестивалде сыуаш шағирҙары асып ебәрҙе, улар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡыны. Үҙҙәренең һәләттәрен шулай уҡ үҙешмәкәр башҡарыусылар, вокаль, фольклор, инструменталь, театраль коллективтар күрһәтте.

Төбәктең Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте рәйесе Юрий Михайлов һүҙҙәренсә, барлыҡ коллективтар ҙа фестивалдә ҡатнаша алһын өсөн, ойоштороусылар быйыл номинациялар һанын бишкә тиклем арттырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть