3 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2012 йыл, 10:34

Башҡортостан Президенты Рәсәйҙең баш суд приставы Артур Парфенчиков менән осрашты

автор: «Башинформ»

13 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика йортонда  Федераль суд приставтары хеҙмәте директоры – Рәсәй Федерацияһының баш суд приставы Артур Парфенчиковты ҡабул итте.

Хеҙмәт директоры Башҡортостан Президентына Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең территориаль органдарын хоҡуҡи тәьмин итеү бүлексәләре начальниктарының Өфөлә үткән кәңәшмәһе хаҡында һөйләне. Кәңәшмә «Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең һәм уның территориаль органдарының эшмәкәрлеген хоҡуҡи тәьмин итеү» темаһына үткәрелә.

Осрашыуҙа Федераль суд приставтары хеҙмәтенең республика башҡарма власть органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеү, шулай уҡ матди-техник тәьминәт мәсьәләләре тикшерелде.