9 декабрь, Йома

14 сентябрь 2012 йыл, 10:01

«Туғанлыҡ» фестивалендә Стәрлетамаҡ драма театры Гран-при яуланы

автор: Розалия Вәлиева | фото: Олег Яровиков

Флорид Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған «Мәскәү-Васютки» спектакле «Туғанлыҡ» фестивалендә иң яҡшы спектакль тип танылды. Төп ролде башҡарыусы — Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артисы Филарит Бакиров «Иң яҡшы ир-егет роле өсөн» призына лайыҡ булды.

— Награда минең өсөн көтөлмәгәнлек булды, — тине спектакль режиссеры Азат Йыһаншин. – Беҙ конкурста ҡунаҡ булараҡ ҡына ҡатнашырға планлаштырғайныҡ. Бер актлы, бәләкәй формалы спектаклдәр өсөн айырым фестивалдәр бар. Әммә жюри ағзалары спектаклде ҡарағандан һуң, уны конкурс программаһына индерергә тигән ҡарар ҡабул итте. Көтөлмәгән был еңеүгә оҙаҡ әҙерләндек: төндәр буйы йоҡламаныҡ, уйландыҡ, фекер алыштыҡ. Спектаклдең командаһы көслө: ысын актерҙар – БР халыҡ артистары Ниса һәм Филарит Бакировтар, ҡуйыусы рәссам Альберт Нестеров. Награда тәү сиратта уларҙың хеҙмәтенә лайыҡлы баһа булып тора. Пьеса авторы, минең яратҡан драматургым Флорид Бүләков та спектаклгә уңыш килтерҙе. Ул бик ябай яҙа, әммә был ябай һүҙҙәр артында төплө эстәлек ята. Киләсәктә лә театрҙа уның әҫәрҙәрен сәхнәләштерербеҙ, тип ышанам.

темалар: туғанлыҡ-2012