9 декабрь, Йома

14 сентябрь 2012 йыл, 9:26

Рөстәм Хәмитов «Рәсәй вертолеттары» компанияһының генераль директоры Дмитрий Петров менән осрашты

автор: «Башинформ»

13 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Рәсәй вертолеттары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Петров менән «Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Осрашыуҙа предприятиела вертолеттар өсөн комплектлаусы изделиелар етештереү буйынса бер нисә яңы инновация производствоһын һәм компетенция үҙәген булдырыу мәсьәләләре тикшерелде. Был Күмертау ҡалаһында яңы эш урындарын булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Дмитрий Петров 2013-2014 йылдарҙа «Күмертау авиация производство предприятиеһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең финанс-иҡтисади хәлен тотороҡландырыу буйынса эштең төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне.