6 декабрь, Шишәмбе

13 сентябрь 2012 йыл, 18:10

Республикала Фәнде үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды эшләй башланы

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһында «БР Фәнде үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ултырышы үтте, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Фәндәр академияһының матбуғат секретары Светлана Седелева.

Фондтың Идараһы һәм Попечителлек советы составына дәүләт власы, закондар сығарыу органдары, фән һәм ҙур инвестиция бизнесы вәкилдәре инде.

Фондтың Попечителлек советы рәйесе, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов һүҙҙәренсә, республика тәү сиратта йәш ғалимдарға ярҙам итергә, инновацион проекттарҙы финанслау сығанаҡтарын эҙләргә, фәнде популярлаштырырға тейеш. Президент Хакимиәте башлығы инвесторҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ аныҡ ҡағиҙәләр булдырырға тәҡдим итте.

Фонд Идараһы рәйесе, БР Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин фәнде финанслауға бюджет сығымдарының ҡыҫҡартылыуы хаҡында иҫкә төшөрҙө, Фәнәр академияһының коммерциялаштырыуға, бәләкәй инновацион предприятиелар булдырыуға йүнәлтелгән булыуын билдәләне. Әммә фундаменталь фәндәр, гранттар кеүек үк, элеккесә финансланасаҡ, тигән өмөтөн белдерҙе Рәмил Бәхтизин.

БР Фәнде үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды бөтә төр ярҙамдарҙы һәм инновацион проекттарҙы системаға һалыу, уларға баһа биреү регламенттарын әҙерләү менән шөғөлләнәсәк. Бынан тыш, 2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитын үткәреү сиктәрендә Фонд халыҡ-ара фәнни хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса ғилми форум үткәрергә планлаштыра.